+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
22 Апрель 2019, 12:38

Федоровка балалар китапханаһында 19 апрелдә “Театраль төн” күләмле сара үтте.

Ваҡиға “Китапхана төнө-2019” һигеҙенсе Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үткәрелде.

Ваҡиға “Китапхана төнө-2019” һигеҙенсе Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үткәрелде. Быйыл был кисә Театр йылына багышланды. Балалар китапханаһы кисәне ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышты. “Театраль төн” балалар күңел асыу программаһы бер нисә мини-майҙансыҡтан торҙо, уларҙың һәр береһенең үҙ исеме бар ине. Башта алып барыусы театр тарихы, уның үҫеше тураһында һөйләне, театр донъяһы буйынса сәйәхәт үткәрҙе. Артабан балалар ижади һынауҙарҙа ҡатнашты, “Һүҙ оҫтаһы” экспромт-театрында үҙҙәрен артист ролендә һынап ҡараны. Сағыу буяуҙар ярҙамында йәш китап уҡыусылар фантазияларын эшкә егеп, ижади таланттарын күрһәтте. Яратҡан китап геройҙары менән маскарад маскалары фотозонаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Сара күңелле дискотека менән тамамланды. Ваҡыт бик тиҙ үтеп китте, арыған, әммә ҡәнәғәт балалар өйҙәренә таралышты.

Е. Иманғолова.
Читайте нас: