+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
22 Апрель 2019, 17:01

Иҙге Рамаҙан айы башланыуға ике аҙна ваҡыт ҡалды

Быйыл Рамаҙандың беренсе көнө дүшәмбе, 6 майға тура килә.

Быйыл Рамаҙандың беренсе көнө дүшәмбе, 6 майға тура килә. Был көндә мосолмандар ураҙа тота башлаясаҡ, кискеһен ауыҙ асыу мәжлестәре – ифтарҙар үткәрәсәк. Төндәрен Башҡортостан мәсеттәрендә өҫтәмә йәмәғәт намаҙҙары – тәрәүихтар уҡыласаҡ. Ураҙа байрамы шишәмбе, 4 июнгә тура килә.

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты иҙге айҙа түләүҙәр күләмен билдәләне. Тейешле фәтүәгә Өфөлә мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин һәм БР Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Әйүп Бибарсов ҡул ҡуйҙы.

Мөфтиәт ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда фитыр саҙаҡаһы күләме быйыл аҙ килемле ғаиләләр өсөн һәр ғаилә ағзаһынан 50 һум тәшкил итә. Урта килемлеләр өсөн һәр кешенән 150 һум, етеш йәшәгәндәр өсөн был сумма 300 һум тәшкил итә. Сәләмәтлек торошо буйынса ураҙа тота алмағандар өсөн фидия күләме һәр көн өсөн 180 һум (бер айға 5220 һум).

Нисаб (зәҡәт түләү мотлаҡ булған минималь мөлкәт, байлыҡ) күләме 224000 һум, ошо сумманан 5600 һум зәҡәт түләнергә тейешле.

БР Диниә назаратында бөтә түләүҙәрҙең дә – зәҡәттең, фитырҙың, фидияның 2018 йылдағы кеүек үк ҡалыуын билдәләнеләр.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалдары буйынса.
Читайте нас: