Был сара сиктәрендә балалар менән “Үҙ ҡулдарыбыҙ менән маскалар” мастер-класы үткәрелде. Улар трафареттар ярҙамында маскалар яһаны, уларҙы буяны. “Интеллектуаль мозаика” викторинаһында 5-7 синыф уҡыусылары тарих, математика, биология, әҙәбиәтте һ.б. белеү буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Ә кискеһен “Бөтә донъя - театр” әҙәби кисәһе үтте, унда тамашасыларҙы театрҙың булдырылыуы һәм үҫеше менән таныштырҙылар, инглиз драматургы һәм шағиры У. Шекспирҙың әҫәрҙәрен иҫкә төшөрҙөләр. Конкурс-күңел асыу программаһында һәр кем актер һөнәренә әҙерлек үтә алды. “Театральные азы” ярышында ошо өлкәләге терминологияны, уның тарихын белеү буйынса белемдәрен күрһәттеләр. “Дикция тренингында” тиҙәткестәр һөйләнеләр, ә “Мин образға инәм” конкурсында күрһәтелгән интонация менән тексты уҡырға кәрәк булды. Биремдәрҙе бөтәһе лә бик һәйбәт башҡарҙы! Юлдашта “Китапхана төнө” шәп үтте!