Сара билдәле татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыуҙан башланды. Татар халҡының бөйөк улы хәҙер “Нур” театры ҡаршыһындағы майҙанды биҙәп тора. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Татарстан Республикаһы президенты Рөстәм Миңнеханов, яҙыусылар һәм шағирҙар, мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшсәндәре ҡатнашты. Һәйкәл асыу – бик мөһим ваҡиға. Ошо тарихи байрамда Кирюшкин ауылы мәктәбенең 8 синыф уҡыусылары Петрова Татьяна Александровна һәм Федорова Ольга Ивановна (етәкселәре Вальщикова Татьяна Николаевна) ҡатнашты. Был тантананан һуң “Нур” театрының кесе залында шиғыр уҡыусылар конкурсы башланды. Беҙҙең ҡатнашыусылар 500 претенденттан һайлап алыу (онлайн) турын үткәйне. Финалға үткән уҡыусылар (бөтәһе 71) татар, башҡорт, рус, сыуаш, ғәрәп, немец, француз, инглиз телдәрендә шиғырҙар һөйләне. Беҙҙең ҡатнашыусылар “Туҡай төрлө телдәрҙә” номинацияһында ярышты. Петрова Т.А. 2, Федорова О.И. – 3 дәрәжә Дипломдар менән бүләкләнде. Жюри составында билдәле сәнғәт эшсәндәре, профессорҙар, юғары уҡыу йорттарының фән кандидаттары, Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Татарстандың йәмәғәт эшсәндәре бар ине. Конкурс-фестивалде ябыу тантанаһында “Нур” театры артисы М. Фатихов шиғриәт яратыусыларға сәнғәтле уҡыу буйынса мастер-класс күрһәтте. Был көн уҡыусылар хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ.