+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
23 Апрель 2019, 14:21

Бөгөн Бала Сытырман ауылында район башҡорттары ҡоролтайы үтә

Ҡунаҡтарҙы матур йыр менән “Замандаш” халыҡ ансамбле ҡаршы алды.

Ҡунаҡтарҙы матур йыр менән “Замандаш” халыҡ ансамбле ҡаршы алды. Ә күп функциялы клуб фойеһында башҡорт ауылдары ҡул оҫталары бай күргәҙмә ойошторған.Район башҡорттары ҡоролтайының рәсми өлөшөндә сәләмләү һүҙҙәре менән район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе А.М. Тәтегәсева, Федоровка районы башлығы В.Ф. Насретдинов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты вәкиле А.Р. Сирғәлина сығыш яһаны. Венер Фәрит улы башҡорттарҙың район халҡының 20 процентын тәшкил итеүен, улар араһында күп билдәле эшсәндәр, мәҙәниәт һәм мәғариф, медицина эшлеклеләре булыуын билдәләп үтте. Алһыу Рамаҙан ҡыҙы Сирғәлина Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, киләсәккә пландар тураһында бәйән итте.
Читайте нас: