Сүп йыйыу, графикка ярашлы, 15 апрелдә Аҡбулат ауылынан башланды. Халыҡҡа был турала ваҡытында хәбәр ителгәйне, шуға ла эштәр ойошҡанлы барҙы. Шулай уҡ был көндә Дедово, Өсбүләк, Юрковка, Грицаевка ауылдарынан, Яңы Ауыл утарынан сүп йыйҙылар. Ошо ваҡытҡа тиклем ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын тик Федоровка, Бала Сытырман һәм Гончаровка ауылдарынан ғына йыя инеләр.