+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
23 Апрель 2019, 12:25

Өфөлә 25 апрелдә “Башҡортостан рустары Соборы” Төбәк йәмәғәт ойошмаһының V Съезы буласаҡ

Иртәгә, 24 апрелдә, 11.00 сәғәттә, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында “Башҡортостан рустары Соборы” Төбәк йәмәғәт ойошмаһының V Съезын әҙерләп үткәреү тураһында матбуғат конференцияһы үтәсәк. Ул, БР Башлығы указына ярашлы, Өфөлә 25 апрелдә буласаҡ.

Иртәгә, 24 апрелдә, 11.00 сәғәттә, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында “Башҡортостан рустары Соборы” Төбәк йәмәғәт ойошмаһының V Съезын әҙерләп үткәреү тураһында матбуғат конференцияһы үтәсәк. Ул, БР Башлығы указына ярашлы, Өфөлә 25 апрелдә буласаҡ.Спикерҙар – “Башҡортостан рустары Соборы” ойошмаһы башҡарма комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев, Рәсәй фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының мәҙәниәт тарихы бүлеге баш хеҙмәткәре Михаил Роднов, УДНТУ Иҡтисад һәм сервис институты директоры Наталья Солодилова, Башҡортостан рустары Соборының беренсе рәйесе Владимир Самородов.Форумда республиканың бөтә ҡалаларынан һәм райондарынан 300-гә яҡын делегат, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡунаҡтар ҡатнашыуы көтөлә.Съезда ойошманың башҡарған эштәре, контроль-ревизия комиссияһы эшмәкәрлеге тураһында отчет тыңланасаҡ, йәмәғәт ойошмаһы уставына үҙгәрештәр индереләсәк.
Читайте нас: