Кирюшкин ауылы мәктәбендә 10 апрелдә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы булдырмау маҡсатында ЮХХДИ инспекторы Мөхәмәтйәнов Илшат Вәкил улы менән осрашыу ойошторолдо.
“Юл-транспорт ваҡиғалары йәштәр араһындағы травматизмдың төп сәбәбе булып тора. Бөтә кеше лә уның мөһимлеген аңламай, тик был һәр беребеҙгә ҡағылырға мөмкин. Беҙ бөтәбеҙ ҙә юл хәрәкәтендә ҡатнашабыҙ: кемдер йәйәүле булып, кемдер автомобиль пассажиры булып, ә кемдер инде руль артында водитель булараҡ”, - ошондай һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте осрашыу башында балаларға Илшат Вәкил улы.
Ул уҡыусыларға районда, республикала булған авариялар, хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында һөйләне. Хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре балаларҙың юлда үҙҙәрен тотоуға айырым иғтибар бүлде. Ул элементар ҡағиҙәләрҙе үтәмәүҙең юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерергә мөмкин булыуын һөйләне.
Осрашыуҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ҡағылған проблемалы мәсьәләләрҙе ҡаранылар. Балалар үткәрелгән сараның ҡыҙыҡлы ғына түгел, файҙалы ла булыуын билдәләне. Ә ЮХХДИ хеҙмәткәре менән әңгәмәләшеү юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен етди үтәргә кәрәклеген аңларға ярҙам итте.
О. Вальщикова, уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.