+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
24 Апрель 2019, 18:09

Бөтә яҡташтарыбыҙҙы, Фёдоровка районы халҡын “Фёдоровка районының тарих биттәре” театралләштерелгән концерт-презентацияһына саҡырабыҙ!

Башҡортостанда муниципаль берләшмәләрҙең республиканың 100 йыллығына бағышланған “Башҡортостандың тарих биттәре” марафоны дауам итә.

Башҡортостанда муниципаль берләшмәләрҙең республиканың 100 йыллығына бағышланған “Башҡортостандың тарих биттәре” марафоны дауам итә. 17 апрелдә Өфөлә район хакимиәте башлығы Венер Насретдинов Ҡыйғы районы башлығынан марафондың штандартын ҡабул итеп алғайны. Сара юғары дәрәжәлә ойошторолдо.
Ә 14 майҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында “Фёдоровка районының тарих биттәре” театралләштерелгән концерт-презентацияһы буласаҡ. Сара программаһында: район презентацияһы, декоратив-ғәмәли сәнғәт предметтары, район ойошмалары продукцияһы күргәҙмәләре, театралләштерелгән концерт программаһы. Бөтә күргәҙмәләр ҙә 17.00 сәғәттә эшләй башлай. Концерт 19.00 сәғәттә башлана.
Читайте нас: