22 апрелдә Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы старт алды. Был сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың йөкләмәһе буйынса республикабыҙҙың ауыл халҡы өсөн медицина ярҙамының ҡулайлығын арттырыу маҡсатында башҡарыла.Акция барышында ауыл халҡы белгестәрҙән консультация ала, медицина тикшереүе үтә, беренсел медицина ярҙамы ала ала.Акцияла күсмә сәләмәтлек үҙәктәре һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, Г.Г. Ҡыуатов исемендәге Республика клиника дауаханаһының күсмә диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле ҡатнаша.Шул уҡ көндө республика буйлап Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Белорет маршруттары буйынса биш автопоезд ҡуҙғалды. Улар 10 октябргә тиклем эшләйәсәк.