+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
24 Апрель 2019, 11:09

Иртәгә, 25 апрелдә, 11.00 сәғәттә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдиновтың матбуғат конференцияһы үтәсәк

Ведомство еткәсеһе 2019 йылдың 1 мартында Ҡараиҙел районында үткән Республика урман форумы һөҙөмтәләре буйынса БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының йөкләмәһен үтәүгә ҡарата ойошторолған урмандарҙы тергеҙеү буйынса айлыҡты, “Йәшел Башҡортостан” берҙәм республика акцияһын үткәреү тураһында ентекләберәк һөйләйәсәк.

Ведомство еткәсеһе 2019 йылдың 1 мартында Ҡараиҙел районында үткән Республика урман форумы һөҙөмтәләре буйынса БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының йөкләмәһен үтәүгә ҡарата ойошторолған урмандарҙы тергеҙеү буйынса айлыҡты, “Йәшел Башҡортостан” берҙәм республика акцияһын үткәреү тураһында ентекләберәк һөйләйәсәк.Айлыҡтың төп маҡсаты (ул 20 майға тиклем дауам итәсәк) – урманға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, йәмәғәтселектең иғтибарын урман фонды территорияһында ла, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә лә урман ресурстарын тергеҙеү һәм һаҡлау проблемаларына йәлеп итеү.“Йәшел Башҡортостан” акцияһы “Ағас ултырт – тормош бүләк ит!” слоганы аҫтында 27 апрелдә үтәсәк.Бынан тыш, Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө сиктәрендә, урмандарҙы тергеҙеү буйынса башҡа саралар – хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, урындағы халыҡ, йәштәр, йәмәғәт ойошмалары, волонтерҙар ҡатнашлығында “Тормош ағасы”, “Хәтер урманы” акциялары, республиканың 100 йыллығын байрам итеүгә бағышланған аллеялар ултыртыу ойоштороласаҡ.
Читайте нас: