+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
24 Апрель 2019, 16:09

Кемдең мәргән уҡсы булғыһы килә?!

Батыр ауылы аҡһаҡалы Миҙхәт Багаев үҙ ауылында йәш батырҙар өсөн “Мәргән уҡсы” түңәрәге эшен ойошторған. Улар уҡтан атыу серҙәренә төшөнәсәк.

Батыр ауылы аҡһаҡалы Миҙхәт Багаев үҙ ауылында йәш батырҙар өсөн “Мәргән уҡсы” түңәрәге эшен ойошторған. Улар уҡтан атыу серҙәренә төшөнәсәк. Ә артабан, ошо спорт төрөн популярлаштырыу өсөн, районыбыҙҙың башҡа ауылдарында ла ошондай түңәрәктәр асыу планлаштырыла.
Белмәһәгеҙ белегеҙ – уҡтан атыу – 1900 йылдан башлап олимпия спорт төрө. 1924 йылда был төр, дөйөм ҡағиҙәләре булмау сәбәпле, программанан алып ташланған булған. Ә 1972 йылғы Уйындарҙан башлап ул М2 шәхси беренселеге дисциплинаһы менән кире ҡайтҡан (Википедиянан).
Кем белә, бәлки беҙҙең балаларҙан да олимпия чемпиондары үҫер?! Бер ҙә булмаһа, уҡтан ныҡлы ата белгән малай һәм ҡыҙҙар ысын башҡорт егете һәм сая ҡыҙы исеменә мотлаҡ лайыҡ буласаҡ!
Читайте нас: