+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
24 Апрель 2019, 12:06

Кирюшкин ауылында бик матур концерт үтте

19 апрелдә Театр йылына һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған “Берҙәм дуҫлыҡ гөлләмәһендә” район фестиваль-марафоны Динес ауыл биләмәһенә күсте.

19 апрелдә Театр йылына һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған “Берҙәм дуҫлыҡ гөлләмәһендә” район фестиваль-марафоны Динес ауыл биләмәһенә күсте. Кирюшкин ауылында Динес, Новоселка, Веселовка һәм Кирюшкино ауылдары үҙешмәкәр артистары ҡатнашлығында бай, күп жанрлы программалы бик матур концерт үтте. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Динес һәм Батыр ауыл биләмәләре башлыҡтары Ғафаров Рәсим Сәйфулла улы һәм Аҡсурин Венер Мөнир улы сәләмләне.Йыр-бейеүҙәр, тамашасыларҙың күңелен яулап алған театр жанры номерҙары аша үҙешмәкәр артистар төрлө йылдарҙың рухын һәм ҡабатланмаҫ атмосфераһын асып бирҙе. Район һәм ауыл биләмәһенең мәҙәни тормошонда тағы ла бер мөһим ваҡиға булды был. Тантаналы рәүештә эстафета Батыр ауыл советы ауыл биләмәһенә тапшырылды.
Читайте нас: