Шишәмбе, 30 апрелдә, район мәҙәниәт йортонда Федоровка ауылы Балалар сәнғәт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәрҙең Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған отчет концерты була. Программала: хор, вокал һәм ҡорал ансамблдәре, солистар, хореография бүлеге уҡыусылары сығышы. Художество бүлеге тәрбиәләнеүселәренең эштәр күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.