“Үргә ос” мәғариф форумы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы “Эргәлә бул” проектын башҡара. Ул Башҡортостан Республикаһы мәғариф ойошмаларында балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе үртәү проблемаһын көнүҙәкләштереү һәм профилактикалауға йүнәлтелгән. Ә 2019 йылдың 15-22 майында “Дуҫлаш! Ышан! Һаҡла!” республика акцияһы үтәсәк. Унда белем биреү процесында бөтә ҡатнашыусылар өсөн дә аңлатыу саралары ҡаралған. Улар – “буллинг” темаһы буйынса фекер алышыу менән педагогик Советтар ултырыштары, ата-әсәләр йыйылыштары, белем биреү учреждениеларында синыф сәғәттәре үткәреү.