+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
25 Апрель 2019, 17:49

Иң мөһиме – хәүефһеҙлек!

Янғын хәүефһеҙлеге буйынса “Юғары әҙерлек” режимына бәйле, Покровка ауыл советы ауыл биләмәһендә янғын хәүефле хәлде булдырмау буйынса профилактика саралары башҡарыла.

Янғын хәүефһеҙлеге буйынса “Юғары әҙерлек” режимына бәйле, Покровка ауыл советы ауыл биләмәһендә янғын хәүефле хәлде булдырмау буйынса профилактика саралары башҡарыла. Ошо көндәрҙә унда ҡоры үләнде йыйғандар. Шулай уҡ халыҡҡа яҙғы-йәйге осорҙа янғын хәүефһеҙлеге тураһында мәғлүмәт менән памяткалар тараттылар.Халыҡтың хәтеренә төшөрәбеҙ: ҡоро үләнде яндырырға, усаҡтар яғырға, һүндерелмәгән тәмәке төпсөктәре ташларға, янғын хәүефле эштәр башҡарырға ярамай. Былар бөтәһе лә уттың йорттарға, ҡаралты-ҡураларға күсеүенә килтерергә мөмкин.
Читайте нас: