25-26 апрелдә Федоровка районы һалым инспекцияһы 3-НДФЛ формаһы буйынса декларация тултырырға һәм тапшырырға, “Физик заттар өсөн һалым түләүсе шәхси кабинеты” Интернет-сервисына тоташырға, һалым хеҙмәтенең электрон сервистары тураһында тулыраҡ белергә теләгән бар кешене лә көтөп ҡала. Был көндәрҙә һәр гражданин консультация, практик ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, лекциялар тыңлай ала. Лекцияларҙа физик заттар һалымын иҫәпләү һәм түләү тәртибе, һалым ҡайтарыуҙары, 3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһы тултырыу тәртибе тураһында һөйләйәсәктәр. Был көндәрҙә эш графигы иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске һигеҙгә тиклем, тәнәфесһеҙ.