+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
25 Апрель 2019, 11:41

Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырыу өсөн яуаплылыҡты ҡәтғиләндереү тураһында законға ҡул ҡуйылды

РФ Президенты Владимир Путин юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан водителдәр өсөн енәйәти яуаплылыҡты ҡәтғиләндереү тураһында законға ҡул ҡуйҙы.

РФ Президенты Владимир Путин юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан водителдәр өсөн енәйәти яуаплылыҡты ҡәтғиләндереү тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Әгәр ҙә аварияла кешеләр зыян күргән икән, ҡасҡан водитель 3 йылға тиклем мәжбүри эштәр башҡарырға тейеш буласаҡ йәки 4 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителәсәк. Әгәр ҙә юл-транспорт ваҡиғаһында кеше һәләк булған икән – 2 йылдан 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Һәләк булыусылар ике кешенән артыҡ булһа, ғәйеплене 4 йылдан 9 йылға тиклем иркенән мәхрүм итәсәктәр. Быға тиклем авария урынынан ҡасҡан өсөн водитель таныҡлығын 1 йылдан 1,5 йылға тиклем тартып алыу йәки 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу ҡаралғайны.

Закон проекты авторҙары “юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡандар унда ҡалып, алкоголгә тест биргән кешеләрҙән күпкә кәмерәк яуаплылыҡҡа тарттырыла” тип һанай. Элегерәк Дәүләт думаһына кешеләр үлеменә килтергән “иҫерек” авариялар өсөн 15 йылға иректән мәхрүм итеү тураһында закон проектын индергәйнеләр. Документ авторҙары бындай аварияларҙы алдан уйлап башҡарылған үлтереүгә тиңләргә тәҡдим итте. Яуаплылыҡты ҡәтғиләндереү иҫерек водителдәр ғәйебе менән килеп сыҡҡан юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметер, тип күҙаллана.

(“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалдары буйынса).
Читайте нас: