Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгенең “Гөлләр” бейеү коллективы (Динес ауылы) малай һәм ҡыҙҙары районда үткәрелгән төрлө сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, почетлы урындар яулай. Шулай уҡ улар әүҙем ял итә белә, буш ваҡыттарын сәләмәтлектәре өсөн файҙалы итеп үткәрә. Ансамбль етәксеһе Лилиә Рәхмәтулла ҡыҙы Йосопова йыш ҡына балалар өсөн походтар һәм экскурсиялар ойоштора, улар бергәләп урманға бәшмәк йыйырға йөрөйҙәр, ҡышҡыһын саңғы-сана шыуалар. Ә кисә йәш бейеүселәр Стәрлебаш ауылындагы “Стәрле” спорт-һауыҡтырыу комплексына бассейнда һыу инергә барған.
-Балалар был көндө түҙемһеҙләнеп көттө. Йылы һыуҙа рәхәтләнеп йөҙөү уларға бик оҡшаны, сыҡҡылары килмәне хатта, - ти Лилиә Рәхмәтулла ҡыҙы.