+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
26 Апрель 2019, 18:24

Туҡай беҙҙең йөрәктәрҙә!

Әтәс ауыл клубында 3-6 синыф уҡыусылары өсөн “Туҡай беҙҙең йөрәктәрҙә” тип исемләнгән Ғ. Туҡайҙың шиғырҙарын уҡыу буйынса сара ойошторолдо.

Әтәс ауыл клубында 3-6 синыф уҡыусылары өсөн “Туҡай беҙҙең йөрәктәрҙә” тип исемләнгән Ғ. Туҡайҙың шиғырҙарын уҡыу буйынса сара ойошторолдо. Китапханасы Зөлминә Ханнанова балаларға уның ауыр бала сағы тураһында һөйләне, ижады менән таныштырҙы. Сарала уҡыусылар шағирҙың шиғырҙарын уҡыны, “Бала менән күбәләк” шиғырын сәхнәләштерҙе, йыл миҙгелдәре тураһында йомаҡтарға яуаптар эҙләне, Ғ. Туҡайҙың әкиәттәрен иҫкә төшөрҙө. Сараның икенсе өлөшөндә балалар “Тиҙ, етеҙ, аҡыллы” конкурс-уйын программаһында ҡатнашты. Бөтә йөкләмәләрҙе лә улар бик тиҙ башҡарып сыҡты. Конкурс йомғаҡтары буйынса командаларға татлы приздар тапшырылды.
Читайте нас: