+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
26 Апрель 2019, 11:14

Урман хужалығы министры бөтә халыҡты “Йәшел Башҡортостан” акцияһында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы

Иртәгә республиканың бөтә райондарында һәм ҡалаларында “Ағас ултырт – тормош бүләк ит!” слоганы аҫтында “Йәшел Башҡортостан” берҙәм акцияһы үтәсәк.

Иртәгә республиканың бөтә райондарында һәм ҡалаларында “Ағас ултырт – тормош бүләк ит!” слоганы аҫтында “Йәшел Башҡортостан” берҙәм акцияһы үтәсәк.

“Урмандарҙы тергеҙеү күләме буйынса республикабыҙ Волга буйы Федераль округында беренсе һәм Рәсәй буйынса – дүртенсе урында тора. Традиция буйынса, үҫентеләрҙең күпселеге интенсив урман әҙерләү барған майҙандарҙа ултыртыласаҡ”, - тип хәбәр итте “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтәһе быйыл ете гектарҙан ашыу майҙанға йәш үҫентеләр ултыртыласаҡ. Айлыҡ барышында 30 млнға яҡын ағас: 23, 5 млн дана нарат, 4,5 млн – шыршы, 1,5 млн – ҡайын, дардар ағасы, йүкә, пирамидаль тупылдар ултыртыу планлаштырыла. Былтыр бөтә ултыртылған ағастарҙың 94 процентын ылыҫлы ағастар тәшкил иткәйне.

Уңайлылыҡ өсөн Урман хужалығы министрлығы белгестәре урман ултыртыу буйынса акциялар үтәсәк участкаларҙың интерактив навигация картаһын эшләгән. Ә һәр муниципалитетта экологик айлыҡ ойоштороу өсөн яуаплы заттар билдәләнгән.

Яҡын арала урмандарҙы тергеҙеү буйынса шулай уҡ башҡа – “Тормош ағасы”, “Хәтер урманы” акцияларын үткәреү, Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеүгә бағышланған иҫтәлекле аллеялар асыу ниәтләнә.

("Башинформ" мәғлүмәт агентлығы материалдары буйынса).
Читайте нас: