+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
29 Апрель 2019, 13:45

Райондың юл хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре лә яҙғы өмәләрҙән ситтә ҡалманы

Үткән аҙнала улар юлдарға сығып, юл ситтәрен сүптән таҙартты.

Үткән аҙнала улар юлдарға сығып, юл ситтәрен сүптән таҙартты. Шешәләр, төрлө ҡаптар тулы ҡара ҡапсыҡтар күп йыйылды – шул тиклем сүпләгәнбеҙ тәбиғәтте ҡыш буйы!.. Юл хеҙмәткәрҙәре үтеп сыҡҡас, юл ситтәренә ҡарап барыуы күңеллерәк – ниһайәт, улар ҙа таҙа. Ә водителдәргә киҫәтеү: сүптәрегеҙҙе тәҙрә аша ташламағыҙ, уны ҡапсыҡтарға йыйып, үҙегеҙ менән алып ҡайтып, сүп һауытына ташлау бер ҙә ҡыйын түгел! Таҙартҡан ерҙә генә түгел, ә сүпләмәгән ерҙә таҙа була ул!
Читайте нас: