Лидия Сергеевна Осипова (ҡыҙ фамилияһы Коростелева) Октябрьский ҡалаһында тегеүселәр училищеһында бергә уҡыған әхирәтен эҙләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның тураһында мәғлүмәт бик күп түгел. Уның исем-шәрифе Барышникова Любовь Федоровна (ҡыҙ фамилияһы), 1942-1943 йылдарҙа тыуған булырға тейеш. Лидия Сергеевна уның ике өлкән ағаһы булыуын, береһенең исеме Василий икәнен хәтерләй. Уларҙы өләсәләре үҫтергән. Шулай уҡ Л.С. Осипова Любовь Федоровнаның кейәүгә сығыуын, иренең исеме Николай булыуын, ике ҡыҙҙары тыуыуын белә. Бөтә мәғлүмәт ошо. Федоровка ауылы һәм районы халҡына мөрәжәғәт итәбеҙ: был ҡатын тураһында нимә лә булһа белеүселәр булһа, 2-73-00, 2-72-89 телефондары аша редакцияға шылтыратыуығыҙ һорала.