Әле кисә генә быйыл беренсе тапҡыр күк күкрәүен ишетеп ҡыуандыҡ, тәүге сәскәләргә, йәшелләнеп килгән үләнгә һоҡланғайныҡ. Ә бөгөн иртән, тәҙрәләргә ҡарап, ерҙең тағы ла ап-аҡ булыуын күреп аптыраныҡ. Юҡ, ҡыш һаубуллашмайса китергә йыйынмай, ахыры. Апрель аҙағында ул беҙгә тағы ла ҡар алып килде. Юлдарҙа ҡар һырынтылары барлыҡҡа килде, водителдәргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк.