+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
30 Апрель 2019, 14:24

“Экология” милли проекты беҙҙең районда ла уңышлы тормошҡа ашырыла

Ил президенты Владимир Путин Дәүләт йыйылышындағы сығышында әйтеүенсә, аныҡ һөҙөмтәләргә кешеләр йәшәгән территорияларҙа: ҡалаларҙа, ҡасабаларҙа, ауылдарҙа ирешергә кәрәк.

Ил президенты Владимир Путин Дәүләт йыйылышындағы сығышында әйтеүенсә, аныҡ һөҙөмтәләргә кешеләр йәшәгән территорияларҙа: ҡалаларҙа, ҡасабаларҙа, ауылдарҙа ирешергә кәрәк. Кешеләр үҙгәреште ҡағыҙҙа, отчеттарҙа ғына түгел, үҙ күҙҙәре менән күрһен.

12 йүнәлештең береһе – экология. Был милли проекттың маҡсаттарының береһе булып 2024 йылға ағастарҙы киҫеү һәм ултыртыу балансын 100% нисбәтендә тәьмин итеү тора. Милли проект беҙҙең районда ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Шулай, үткән аҙнала район халҡы “Ағас ултырт – тормош бүләк ит” слоганы аҫтында үткән “Йәшел Башҡортостан” акцияһында әүҙем ҡатнашты. Бөтәһе районда 15 меңгә яҡын ағас ултыртылды. Ауылдарҙа яңы аллеялар, урман һыҙаттары барлыҡҡа килде. Яҡын арала йәшел үҫентеләр мәктәптәр, төрлө учреждениелар территорияларын биҙәр, тип өмөтләнәбеҙ.

Әлиә Вахитова.
Читайте нас: