+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
30 Апрель 2019, 15:10

Матурлыҡ һәм талант сәхнәне яуларға булышты

Барыһы ла артта ҡалды - йоҡоһоҙ төндәр, әҙерлек, финалда сығыш яһау, тулҡынланыу. Районыбыҙҙы республика “Һылыуҡай-2019” конкурсында данлаусы Сәлимә Солтанғолова 12 финалист араһында лайыҡлы өсөнсө урынды яуланы!

Барыһы ла артта ҡалды - йоҡоһоҙ төндәр, әҙерлек, финалда сығыш яһау, тулҡынланыу. Районыбыҙҙы республика “Һылыуҡай-2019” конкурсында данлаусы Сәлимә Солтанғолова 12 финалист араһында лайыҡлы өсөнсө урынды яуланы!

-Һәр саҡ сәхнәне, тамашасыларҙы яратттым. Тормошомдо сәнғәт менән бәйләү теләге мине был конкурсҡа алып килде лә инде,- ти Сәлимә.- Бәләкәйҙән бейергә яраттым, төрлө сараларҙа ҡатнаштым, әүҙем булдым. Бейеүгә һөйөүҙе хореографым Гөлнара Рафаэль ҡыҙы Әминова уятты, уға ҙур рәхмәтлемен!

Финалға тиклем ҡыҙҙарҙың һәр көнө сәғәт буйынса билдәләнгән: репетициялар, фотосессиялар, иртәнге “Сәләм” телетапшырыуы өсөн әҙерлектәр. Шулай уҡ Бәйләнештә һәм Инстаграм сайттарында “Интернет һылыуҡайы” исеме өсөн, конкурс бағыусылары приздарына тауыш биреүҙәр булды. Тауыш биргән, ярҙам иткән һәр кемгә Сәлимә оло рәхмәтен белдерә.

-Финал сығышында сәхнәгә сығыр алдынан бик тулҡынландым, - ти һылыуҡай. - Әммә залдың ҡеүәтле көсө миңә лә күсте, тулҡынланыу юҡҡа сыҡты. Ышаныслы сығыш яһаным. Әлбиттә, ҡыҙҙарҙың барыһы ла республика һылыуы исеменә лайыҡ, барыһы ла үҙенсәлекле, аҡыллы, бик матурҙар. Әммә еңеүсе берәү генә була шул. Гран-при яулаған Ләйлә Шәкүрованы тағы бер тапҡыр ҡотлайым! Үҙемдең өсөнсө урынға сығыуыма сикһеҙ шатмын! Иң беренсе атай-әсәйемә, район хакимиәте башлығы Венер Фәрит улы Насретдиновҡа, Фёдоровка районы кешеләренә, дуҫтарыма, Федоровка районы ерселек рәйесе Зилара Хәмитоваға ярҙамы, йылы һүҙҙәре өсөн рәхмәтлемен. Был минең өсөн бик мөһим ине. Мәртәбәле конкурста яулаған өсөнсө урынымды аҡларға тырышасаҡмын. Бында туҡтап ҡалырға уйламайым, артабан да районыбыҙ данын яҡлаясаҡмын, - ти ул.

Үҙ сиратыбыҙҙа Сәлимәгә әүҙем тормош позицияһы, районыбыҙҙы шундай күләмле конкурста данлауы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Уҡыуында ла, киләсәк ижади, шәхси тормошонда ла уңыштар теләйбеҙ.

Әлиә ВАХИТОВА.
Читайте нас: