Быйыл тәүге тапҡыр башҡорт теле буйынса диктант халыҡ-ара статусын аласаҡ. Ул 18 майҙа үтәсәк. Беҙҙең районда диктант яҙыу майҙансыҡтары Юлдаш, Һәйет, Батыр, Яңы Яуыш, Бала Сытырман ауылдарында һәм Федоровка 1-се мәктәбендә урынлашасаҡ. Үҙ белемдәрен теләгән һәр кеше килеп тикшерә ала. Текст һәм уны уҡыусыларҙың кандидатуралары әлегә билдәле түгел. Бындай диктанттың төп маҡсаты – республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен пропагандалау, халыҡтың тел мәҙәниәте кимәлен арттырыу.