Иртәгә Федоровка ауылында “Ағас ултырт!” тип исемләнгән сираттағы экология акцияһы уҙасаҡ.Бөтәбеҙҙең дә ауылды төҙөкләндергебеҙ һәм йәшелләндергебеҙ, уны тағы ла матурыраҡ иткебеҙ килә. Ағас ултыртыу – ерҙә үҙ эҙеңде ҡалдырыуҙың бик яҡшы мөмкинлеге. Был урмандарҙы тергеҙеүгә, туған яҡты йәшелләндереүгә өлөш индереү генә түгел, ә тәбиғәт ресурстарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ҙә. Акцияла теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Ҡатнашыусылар 14.30 сәғәттә Федорока ауылының Ҡулса урамы башында йыйыла. Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (34746) 2-72-63.