-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Милли проекттар бойомға ашырыла

Радий Хәбиров һүҙҙәренә ҡарағанда, сәләмәтлекте һаҡлау буйынса республика бер юлы бер нисә йүнәлеште уңышлы бойомға ашыра.

Радий Хәбиров һүҙҙәренә ҡарағанда, сәләмәтлекте һаҡлау буйынса республика бер юлы бер нисә йүнәлеште уңышлы бойомға ашыра.“Беҙ Сәләмәтлекте һаҡлау министрлығына рәхмәтлебеҙ, улар табиптарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса схемалар тәҡдим итәләр. Быларҙың бөтәһе лә ҡулай медицина, һаҡлаулы поликлиника менән бәйле. Йыш ҡына беҙҙә кеше ваҡытында ярҙам ала алмай. Был табип юҡлығына ғына түгел, поликлиникала алдан яҙылыу насар ойошторолоуға ла бәйле. Был шулай уҡ ауыл медицинаһын тергеҙеү ҙә. Милли проект сиктәрендә күп кенә ФАП-тарҙы тәртипкә килтерәбеҙ. Санавиация темаһына әҙерләнәбеҙ, хеҙмәттең етештереүсәнлеген арттырыу буйынса программаларҙа ҡатнашабыҙ”, - тип һөйләне РИА Новости агентлығына интервьюһында Радий Хәбиров.
Читайте нас: