Совет педагогы-новатор Василий Сухомлинский: “Балалар матурлыҡ, уйын, музыка, рәсем, фантазия, ижад донъяһында йәшәргә тейеш”,- тип әйтергә яратҡан. Фёдоровка районы Динес ауылы “Ләйсән” балалар баҡсаһына йөрөү ҡыуаныслы булһын өсөн баҡса мөдире Әминә Юлдашева һәм тәрбиәселәр эштәрендә заманса методикалар, яңы технологиялар файҙалана. Баҡсаның эсен генә түгел, ихатаһын да биҙәй. Балаларҙың ата-әсәләре лә эштәрҙән ситтә ҡалмай, булышырға тырыша.
Учреждение 13-25 ғинуарҙа үткән “Балалар баҡсалары территориялары участкаларын ҡышҡы биҙәү” конкурсында ҡатнашты. Өлкәндәр ккиәт батшалығы, тау, әкиәт персонаждарын, лабиринттарҙы эшләргә булышҡан. Ә көрәктәр, бәләкәй саңғылар, таушыуғыстар бағымсы аҡсаһына һатып алынған. Аяҙ көндәрҙә балалар саф һауаға сыға, рәхәтләнеп уйнай. Бының уларҙың сәләмәтлектәренә файҙалы булыуын һәр кем белә.
Балалар баҡсаһына кескәйҙәр теләп йөрөй. Унда уларҙы мауыҡтырғыс дәрестәр, яҡшы тәрбиәселәр, күңелле уйындар һәм дуҫтары көтөп тора.