+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
31 Ғинуар 2020, 12:10

Уҡыусылар бөйөк рус яҙыусыһының тормош юлы менән ҡыҙыҡһынды

Кисә Фёдоровка районы Кирюшкин ауыл китапханаһында әҙәби “Чеховты уҡығыҙ- донъяны асығыҙ” сәғәте ойошторолдо.

Кисә Фёдоровка районы Кирюшкин ауыл китапханаһында әҙәби “Чеховты уҡығыҙ- донъяны асығыҙ” сәғәте ойошторолдо.
Бөтә донъя әҙәбиәте классигы, драматург, прозаик сараға килеүселәрҙе бик ҡыҙыҡһындырҙы. Китапханала “Лекарь страдающих душ” күргәҙмәһе ҡуйылды. Был атама осраҡлы ғына бирелмәүе, Антон Павловичтың бөйөк әҙәбиәтсе һәм яҡшы дауалаусы ла булыуы тураһында һөйләнеләр.
Китапханасы биографиянан факттарға, арҙаҡлы шәхестең ижадына туҡталып үтте, сараны алып барыусы авторҙың хәйриә эшмәкәрлегенә баҫым яһаны. Әҙәби сәғәт ҡунаҡтары Антон Чеховтың китаптары менән яҡындан танышты, киләсәктә лә уның әҫәрҙәре менән ҡыҙыһынасағын белдерҙе. Сара барыһына ла оҡшаны.
Читайте нас: