Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә туғыҙ миллиард һум федераль аҡса бүлеү һәм тотоноу планлаштырыла.
Был аҡсаларға Өфө ҡалаһына көньяҡтан инеү юлын төҙөүҙе, Ағиҙел йылғаһы аша күпер һалыуҙы, баш ҡаланың ҡайһы бер урамдарын, юлдарын төҙөкләндереүҙе дауам итәсәктәр.
Уҙған йылда бүленгән биш миллиард һумдан ашыу аҡса иҫәбенә 353 объект төҙөнөләр һәм яңырттылар, 388,5 саҡрым автомобиль юлдарын ремонтланылар. Объекттар сифат тикшереүен дә уҙасаҡ. Әгәр ҙә етешһеҙлектәр асыҡланһа, подрядсылар уларҙы бөтөрөргә тейеш буласаҡ.
#МиллиПроекттарБашҡортостан