-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
5 Февраль 2020, 11:20

“Таҙа һыу” программаһы ғәмәлдә

Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу кеше сифатһыҙ һыу эсергә мәжбүр. Статистикаға ҡарағанда, һәр етенсе кеше таҙа эсәр һыу менән тәьмин ителмәгән.

Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу кеше сифатһыҙ һыу эсергә мәжбүр. Статистикаға ҡарағанда, һәр етенсе кеше таҙа эсәр һыу менән тәьмин ителмәгән. Был турала ProUfu нәшриәте яҙғайны.
Өфө, Салауат, Ағиҙел, Күмертау, Межгорье, Нефтекама, Октябрьский, Сибай һәм Учалы кеүек ҡалаларҙа эсәр һыу менән проблемалар юҡ. Ә бына Бөрөлә, Стәрлетамаҡта, ете районда таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыуға иғтибар бүлергә кәрәк. Шулай уҡ ғәмәлдәге һыу менән тәьмин итеү системаларының 69 процентҡа иҫкереүе лә билдәләнгән. Объекттарҙы ремонтлауға һәм төҙөүгә бер миллиардтан ашыу аҡса бүленәсәк. Ә бөтәһе “Экология” милли проектының “Таҙа һыу” программаһы буйынса Башҡортостан Республикаһына 4,25 млрд һум бүленәсәк. 2024 йылға тиклем таҙа эсәр һыу менән халыҡтың 92,5 процентын тәьмин итергә ниәтләйҙәр.
#ТаҙаҺыу
#ЭкологияМиллиПроекты
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ сығанағы: https://ogniagideli.rbsmi.ru/
Читайте нас: