Ошо көндәрҙә Раушан Ғәйнуллина менән Зөлминә Ханнанова “Сердәш” клубы ултырышын ойошторған. Активист ҡатындар алдағы байрамдарға әҙерлек тураһында һөйләшкән. Ағымдағы мәсьәләләрҙе етди ҡарағандан һуң, конкурстарҙа ҡатнашҡан. Викториналағы аш-һыу, баш кейемдәре, кейем-һалым темаһына ҡағылышлы һорауҙарға һәр дөрөҫ яуап өсөн жетондар алғандар. Бында Насирова Гөлфара еңгән. Күңелле кисә сәй өҫтәле артында тамамланған.
Элек-электән клубтар ауылдарҙың үҙәге- “йөрәге” булған, унда йәштәрҙең, ауыр хеҙмәттән һуң ололарҙың ялы ойошторолған. Ауыл халҡы бөтә мәшәҡәттәрен онотоп, ял иткән. Әтәс ауылында мәктәп ябылғас, бөтә саралар клубта һәм китапханала үткәрелә.