-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
18 Февраль 2020, 10:29

ГРИПП һәм ОРВИ. Уларҙан нисек һаҡланырға?

Ҡыштың һуңғы айы- алдай торған, иң мәкерле миҙгел.Бурандарҙы һәм йылы һауа торошон сатнама һалҡындар алмаштыра. Бер аҙнанан ниндәйһауа торошо булырын аңлауы мөмкин түгел. Был ваҡытта йүтәл, тамаҡ ауыртыуҙары,температура яфалай. Бер һүҙ менән әйткәндә, грипп һәм ОРВИ сире башлана. Бөгөнгәрайонда эпидемия хәле күҙәтелмәй.

Ҡыштың һуңғы айы- алдай торған, иң мәкерле миҙгел. Бурандарҙы һәм йылы һауа торошон сатнама һалҡындар алмаштыра. Бер аҙнанан ниндәй һауа торошо булырын аңлауы мөмкин түгел. Был ваҡытта йүтәл, тамаҡ ауыртыуҙары, температура яфалай. Бер һүҙ менән әйткәндә, грипп һәм ОРВИ сире башлана. Бөгөнгә районда эпидемия хәле күҙәтелмәй.

Әммә ауырыуҙан нисек ҡотолорға, дауаханаға эләкмәҫкә һуң? Ошо мөһим мәсьәләләр буйынса ультра-тауыш диагностикаһы табибы Хәйбуллин Радик Ғафур улы консультация бирҙе: “Иң мөһиме- көҙгө вакцинация. Тәүҙә терапевтығыҙ менән кәңәшләшегеҙ, балағыҙға прививка эшләргә уйлаһағыҙ- педиатр менән дә һөйләшегеҙ.

Икенсе ҡағиҙә- халыҡ күп йыйылған ерҙә булмаҫҡа тырышығыҙ, булырға тура килә икән, өсөнсө мөһим пункт- битлектәр файҙаланығыҙ.

Ҡулдарығыҙҙы айырыуса урамдан һуң, дауаханала, магазинда булғанданһың яҡшылап йыуығыҙ. Өйҙән сығыр алдынан форточкағыҙҙы асып ҡалдырығыҙ, һеҙ ҡайтыуға бүлмә елләһен. Өйөгөҙҙә әйберҙәрҙе микробҡа ҡаршы саралар менән һөртөп сығығыҙ. Сәләмәт тормош рәүеше алып барырға тырышығыҙ, йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ (8 сәғәт йоҡо), баланаслы туҡланығыҙ- күберәк йәшелсә-емеш ашағыҙ. Ҡышын С витаминлы продукттар ашарға тырышығыҙ, мәҫәлән, цитрустар, тоҙло кәбеҫтә, йәшел һәм башлы һуған, редис, помидор. Физкультура менән мотлаҡ шөғөлләнегеҙ”.

А. ЧЕКУШИНА.
Читайте нас: