Фёдоровка районы Дедово ауылында “Масленица” халыҡ байрамы уҙҙы
Боронғо славян байрамын үткәреү ауылда изге традицияға әүерелгән. Ауыл клубы алдында олоһо ла, кесеһе лә йыйылды. Ауыл мәҙәниәт йорто мөдире, китапханасы һәм “Селяночка” түңәрәге ағзалары хәрәкәтле уйындар, ҡыҙыҡлы конкурстар менән театраль тамаша әҙерләгәйне. Уларҙа барыһы ла кинәнеп ҡатнашты.
Байрамға Мәскәй әбей, Петрушка, Матрешка, Ҡыш, Яҙ һәм, әлбиттә, байрам хужаһы- Масленица килгәйне. Балаларға аттарҙа йөрөү оҡшаны. Ярышып туйғандан һуң ҡоймаҡлап самауыр сәйе эстеләр.
Ҡыштың ҡатын-ҡыҙ кейемендәге ҡараҫҡыһы- байрам симоволын усаҡта яндырҙылар. Барыһы бергәләшеп “Хуш бул, Масленица” йыры аҫтында әйлән- бәйлән үтте, ҡыш менән хушлашты.