-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
13 Март 2020, 11:10

Еңеү ҡайтауазы мәңгелек

Фёдоровка районы Әтәс ауылында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы хәтер сәғәте үтте.

Фёдоровка районы Әтәс ауылында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы хәтер сәғәте үтте
Һуғыш, һуғыштан һуңғы йылдарҙа халыҡтың иңенә ниндәй ауырлыҡтар төшөүен күҙ алдына ла килтереп булмай, ниндәй бәхетһеҙлектәр, аслыҡ- яланғаслыҡ, емеректәр күргән өлкән быуын. Бөйөк Ватан һуғышы килтергән юғалтыуҙарҙы бер ни менән дә сағыштырып булмай. Был хаҡта сараны алып барыусы А. Мөхәмәтшина бәйән итте. Вера Карасеваның “Про Любочку и про ее маму” әҫәренән театрлаштырылған тамаша 40-сы йылдарға алып ҡайтты. Н. Ғәйнуллин, З. Ханнанова, Р. Ғәйнуллина, Р. Калабухов, Г. Мөхәмәтшина Ленинград ҡамауын, уның һөҙөмтәләрен артистарса һынландырҙы. Н. Шәмсетднова, Н. Ғәйнуллин, А. Мөхәмәтшина М. Йәлилдең “Ана бәйрәме” шиғырын театрлаштырҙы.
Совет халҡына еңеү ҙур юғалтыуҙар менән бирелгән. Күптәр яҡындарын көтөп ала алманы. Һуғыш йылы балаларына ла еңел булмаған, улар ололар менән бергә Еңеүҙе яҡынайтырға тырышҡан. Һуғыш ветераны Шәмсетдинов Абдрафиҡ Нафиҡ улына ҡыҙы Гөлнур шиғыр бағышланы. Н. Шәмсетдинова, Г. Ҡаһарманова, мәктәп уҡыусылары сараны йырҙары менән биҙәне. Тамашасылар “Һуғыш йөрәктәрҙә һәм әҙәби әҫәрҙәрҙә” китап күргәҙмәһе менән танышты.
Читайте нас: