+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
13 Март 2020, 11:30

Өйҙә ултырма- спорт залына бар!

Фёдоровка районы Динес ауылында йәштәр ҙә, ололар ҙа спорт менән шөғөлләнергә ваҡыт табалар.

Фёдоровка районы Динес ауылында йәштәр ҙә, ололар ҙа спорт менән шөғөлләнергә ваҡыт табалар.
Динестәрҙең тырышлығы һәр кемгә мәғлүм. Күптәрҙең йорт мәшәҡәттәре, ғаиләләре, балалары, һарай тулы малдары булһа ла спорт залына волейбол һәм баскетбол менән шөғөлләнергә йөрөйҙәр.
“Тәүҙә Финсур Кантимеров күнекмәләр үткәрә, Илдар Йосопов йыйылыусыларҙы командаларға бүлә. Шунан уйын башлана. Теләк булғанда эшләргә лә, ял итергә лә ваҡыт табып була. Бында ғаилә парҙары Финсур менән Минзәлә Кантимеровтар, Нияз менән Сәрүәр Сабитовтар, Мөнир менән Зәйтүнә Ғафаровтар йөрөй. Башҡалар ҙа ҡушылһа, һәйбәт булыр ине. “Сәләмәт тәндә- сәләмәт рух”,- тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит”,- ти Динес ауыл советы ауыл биләмәһе белгесе Разалия Сәйфуллина һәм спорт залына саҡыра.
Читайте нас: