-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
2 Апрель 2020, 15:00

Бөгөн Халыҡ-ара Балалар китабы көнө билдәләнә

ХVI быуатҡа тиклем балалар өсөн китаптар баҫтырылмаған. Бөтә тарихты кешеләр һөйләп ҡалдырған. Иң беренсе китапты немец психиатры Генрих Гофман 1844 йылда матур рәсемдәр менән нәшер иткән. Шунан бирле балалар өсөн бөтә китаптар ҙа сағыу рәсемдәр менән сығарыла башлаған. Тәү тапҡыр Халыҡ-ара китап көнө 1967 йылдың 2 апрелендә билдәләнгән.

Был дата юҡтан ғына билдәләнмәгән. 1805 йылда бөйөк балалар яҙыусыһы Ганс Христиан Андерсен тыуған. Уның әкиәттәре һоҡландырғыс, әүрәткес, бөтә донъя байлығы булып тора. Уның иҫтәлегенә арнап был байрам билдәләнә башлаған.
Федоровка районы балалар китапханасыһы Екатерина Иманғолова әйтеүенсә, балалар өсөн әҙәбиәт һорау менән ҡуллана. Малайҙар, ҡыҙҙар мәктәп программаһына ярашлы китаптар алырға күнеккән.
Читайте нас: