Фёдоровка районы Батыр ауылында тантаналы рәүештә «Герой партаһы» асылды. Шулай аталған Бөтә Рәсәй акцияһы республика мәктәптәрендә «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең «Ватаныбыҙ геройҙары- Башҡортостан геройҙары» төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Ул халҡыбыҙҙың 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған.
Уны ойоштороусы- мәктәп музейы етксеһе Эльвира Аҡсурина. Был сараға ауыл биләмәһе башлығы Венер Аҡсурин, ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Илдус Хәлитов, китапханасы Гөлнара Хәлитова саҡырылды.
Бөтәһе лә мәртәбәле ҡунаҡтар- Ғабдразиҡ Баййегетовҡа, Сынтимер Багаевҡа, Тәнзилә Багаеваға ҡараштарын төбәне. Был быуын аслы- яланғаслы бала саҡтарында һуғыш михнәттәрен үҙ иңендә тойған.
Улар үҫеп килгән быуынға ауыр бала саҡтары тураһында бәйән итте. Тырышып уҡыуҙарын теләне, сөнки был парта артында тик лайыҡлы, юғары һөҙөмтәләргә генә ирешеүсе уҡыусылар ултырырға хаҡлы булыуын белдерҙе.