БР-ла «юғары әҙерлек» һәм «тулыһынса үҙ-үҙеңде изоляциялау» режимын индереү, хеҙмәт баҙарындағы хәлде, әлбиттә, үҙгәртмәй ҡалманы. Башҡа ҡалаларҙа, райондарҙағы һымаҡ, Федоровка районында ла РФ Президентының 2020 йылдың 25 мартындағы «РФ-ла эшләмәй торған көндәрҙе билдәләү тураһында» һәм БР Башлығының 2020 йылдың 18 мартындағы УГ-111-се «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында» указдарына ярашлы, ҡайһы бер ойошмалар ситтән тороп эшләүгә күсте, кемдәрҙер эшләүен дауам итә.
Сикләү саралары дауам итә, уларҙы үтәргә кәрәк, сөнки илебеҙҙә коронавирус инфекцияһы менән зарарланыу пигы үтмәгән. Шуға ярашлы, БР хеҙмәт баҙарына федераль ярҙам кәрәк буласаҡ. Дәүләт тулыһынса ярҙам итә алһын өсөн тулы, объектив мәғлүмәткә эйә булыу зарур. Шуның өсөн «Рәсәйҙә эш» порталында эш биреүселәрҙән күпме хеҙмәткәр эшләүе, уларҙың иҫәбенең кәмеүе, мәшғүллек режимы, «ситтән тороп эшләүе» тураһында дистанцион мәғлүмәт йыйыу ойошторолған. РФ Хеҙмәт һәм социль яҡлау министрлығы илебеҙ предприятиеларындағы мәшғүллеккә ярҙам сараларын эшкәртеүҙе планлаштыра, улар эш биреүселәр биргән мәғлүмәттәр нигеҙендә бойомға ашырыласаҡ. Шуға күрә Федоровка районы эш биреүселәренә мотлаҡ тәртиптә портал аша хеҙмәткәрҙәре тураһында мәғлүмәт тапшырырға кәрәк, бында тулыһынса мәшғүл булмау, эштән бушатылыу инмәй.