+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
10 Июль 2020, 13:05

Пластик шешәләрҙән - матур сәскәләр

Балыҡлыбаш ауылы клубы алдынан битараф ҡына үтерлек түгел. Бында төрлө сәскәләр, йәнлектәр, аҡҡоштар, бәшмәктәр тирә-яҡҡа йәм бирә. Балалар, йәштәр фотоға төшөргә ярата был матур урында. Ошондай хозурлыҡты клуб мөдире Нурия Тимербулатова үҙ ҡулдары менән булдырған.

Балыҡлыбаш ауылы клубы алдынан битараф ҡына үтерлек түгел. Бында төрлө сәскәләр, йәнлектәр, бәшмәктәр тирә-яҡҡа йәм бирә. Балалар, йәштәр фотоға төшөргә ярата был матур урында. Ошондай хозурлыҡты клуб мөдире Нурия Тимербулатова үҙ ҡулдары менән булдырған.
Уларға төҫ керетеү өсөн ул буяуҙар ғына һатып алған. Ә ҡулланған төп материалдары - көнкүреш ҡалдыҡтары. 1,5 һәм 5 литрлы пластик шешәләрҙән, төрлө һауыт-һабанан бына тигән ромашкалар, сусҡа, ҡуяндар һ.б. эшләп ҡуйған.
Быйыл клубта капиталь ремонт эштәре башҡарылырға тейеш. Тик был эштә халыҡтың да ярҙамы талап ителә. 241 йыллыҡ тарихы булған ауыл кешеләре был изге эштән ситтә ҡалмаҫ, ишек алды ғына түгел, клуб үҙе лә күҙгә күреп үҙгәрер, тип ышанғы килә.
Читайте нас: