+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
30 Октябрь 2020, 23:26

Бөгөн, 2020 йылдың 30 октябрендә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Камышлова Анисия Матвеевнаға 100 йәш тулды.

Бер быуатлыҡ юбилей көнөндә уны Федоровка районы муниципаль район хакимиәте башлығы Насретдинов Венер Фәрит улы, район Советы секретары Хәлитов Венер Мөнир улы, Федоровка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наумов Геннадий Григорьевич ҡотларға килде.#100йәшлекюбилей#камышлова#федоровкарайоны

Бер быуатлыҡ юбилей көнөндә уны Федоровка районы муниципаль район хакимиәте башлығы Насретдинов Венер Фәрит улы, район Советы секретары Хәлитов Венер Мөнир улы, Федоровка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наумов Геннадий Григорьевич ҡотларға килде. Ҡунаҡтар юбилярға иң изге теләктәрен еткерҙе һәм аяҙ күк йөҙөн бүләк итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Венер Фәрит улы уға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Камышлова А.М. 1943 йылдың 10 июлендә Курск ҡалаһы янындағы фронт линияһына эләгә. 1945 йылдың Еңеү яҙын Кенигсбергта ҡаршылай. Ул һуғыш йылдарын кисереп, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы, аслыҡ-яланғаслыҡ күргән кеше. Анисия Матвеевна оло тормош юлын үтеп, күркәм юбилейын күтәренке кәйефтә ҡаршылай. Ветеранға ныҡлы һаулыҡ, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә матур, яҡшы хәбәрҙәргә бай көндәр ҡаршылауын теләйбеҙ.
Елена МАГАНЕВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: