+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
22 Декабрь 2022, 11:04

Әкиәттә ҡунаҡта

Рәсәй Ҡыш бабайының әкиәт йорто  Великий Устюгта булһа, Башҡортостан Ҡыш бабайының гәлсәр һарайы Фёдоровка районы Аҡбулат ауылында Василий Николаевич менән Нәсимә Әхмәт ҡыҙы Кролевецкийҙарҙың ихатаһындалыр, моғайын.

Әкиәттә ҡунаҡта
Әкиәттә ҡунаҡта

Әкиәттә ҡунаҡта

Рәсәй Ҡыш бабайының әкиәт йорто  Великий Устюгта булһа, Башҡортостан Ҡыш бабайының гәлсәр һарайы Фёдоровка районы Аҡбулат ауылында Василий Николаевич менән Нәсимә Әхмәт ҡыҙы Кролевецкийҙарҙың ихатаһындалыр, моғайын. Ул инде бында бер нисә йыл йәшәй, был мөғжизәне бер тапҡыр күргән кеше кире әйләнеп киләсәк.

Беҙ  ҙә унда күп тапҡыр булдыҡ, бына 21 декабрҙең кисендә йәнә кеше ҡулдары эшләгән матурлыҡты күрергә барҙыҡ.

Баҡһаң, был кистә Фёдоровка ауыл советы ауыл биләмәһенән эштәр идарасыһы О.С. Савельева етәкселегендәге комиссия алдан иғлан ителгән конкурсҡа баһа бирергә килгән икән.

Был  мөғжизәне һүҙ менән генә тасуирлап булмай, әйткәндәй, йөҙ тапҡыр әйткәнсе, бер тапҡыр күреүең яҡшыраҡ...

Ауылдың  инәй- бабайҙары Василий Кролевецкийға балаларына, ейәндәренә, бүләләренә, хатта  үҙҙәренә, яңы йыл тылсымын күреү мөмкинлеге биргән - Ҡыш бабайға инаныу хисен  уятҡан өсөн бик тә рәхмәтле.

Рәзинә АҠСУРИНА.

Фәнис АҠСУРИН видеолары һәм фотолары.

 

 

Әкиәттә ҡунаҡта
Әкиәттә ҡунаҡта
Әкиәттә ҡунаҡта
Әкиәттә ҡунаҡта
Әкиәттә ҡунаҡта
Әкиәттә ҡунаҡта
Әкиәттә ҡунаҡта
Әкиәттә ҡунаҡта
Әкиәттә ҡунаҡта
Әкиәттә ҡунаҡта
Автор:Разина Акчурина
Читайте нас: