+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Март 2017, 13:56

Һаҡлыҡ саралары

22 февралдә Фёдоровка районы муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе киҫәтеү һәм бөтөрөү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның сираттағы ултырышы булды. Комиссия эшендә район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов та ҡатнашты.

92-се янғын часы начальнигы С.С. Насировтың доклады 2017 йылда булған янғындарға анализ яһауға, ҡануниәткә ярашлы янғынға ҡаршы һыу менән тәьмин ителеүҙе ойоштороуға һәм райондың ауыл биләмәләрендә ирекле янғын берләшмәләрен үҫтереүгә бағышланды. Халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәтеүҙе ойоштороу, ауыл биләмәләре хакимиәттәре биналарын, мәғариф, сәләмәтлекте һаҡлау һәм халыҡты социаль яҡлау объекттарын янғын хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү тураһында янғын күҙәтселеге буйынса дәүләт инспекторы Д.Ғ. Рамаҙанов сығыш яһаны.

Көн тәртибендәге өсөнсө мәсьәлә буйынса - “Ауылдарҙы, хужалыҡ төҙөлөштәрен, күперҙәрҙе һәм башҡа ҡоролмаларҙы 2017 йылғы ташҡынды үткәреүгә әҙерләү тураһында” - комиссия рәйесе, Фёдоровка районы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары М.С. Русаков сығыш яһаны.

Ҡаралған һәр мәсьәлә буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителде. Комиссия ағзалары район хакимиәтенең 2017 йылғы ташҡынды үткәреү буйынса эш планын башҡарыуға ҡабул итте, уларҙың һәр ҡайһыһы билдәле бер ауыл биләмәһенә беркетелде, унда улар был пландың үтәлеше өсөн яуаплы буласаҡ.

Читайте нас: