-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Сентябрь 2017, 12:38

Өлкәндәргә ярҙам уңайынан

Район хакимиәте башлығы 29 сентябрҙә Өлкәндәр көнөн үткәреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы һәм саралар планын раҫланы. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләп, шунан шул предприятиелары менән бәйләнештәре өҙөлгән, шулай уҡ башҡа район һәм ҡалаларҙан күсенгән ветерандар өсөн байрам саралары һәм ҡотлауҙар ойошторорға ҡушылды.

Саралар планына һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар етәкселәре менән осрашыуҙарын, мәҙәни саралар ойоштороп, элекке хеҙмәткәрҙәрҙе, оҙон ғүмер кисереүселәрҙе һәм 50 йыл һәм унан да күберәк бергә ғүмер итеүсе юбиляр парҙарҙы хөрмәтләү, оло йәштәгеләргә тимурсылар ярҙамы күрһәтеү, социаль, медицина һәм пенсия менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу линия” үткәреү, табипҡаса ҡабул итеү бүлмәләре эшен, белгес консультацияларын ойоштороу, шулай уҡ өлкән йәштәге граждандар өсөн шахмат-шашка турниры һәм спорт ветерандары ҡатнашлығында еңел атлетика кросы үткәреү индерелгән.
Читайте нас: