+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Сентябрь 2017, 12:25

«Почта менән бергә уҡыйбыҙ»

2017 йылдың 1 октябренән 30 ноябренә тиклем Рәсәй почтаһы ваҡытлы баҫмаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Почта менән бергә уҡыйбыҙ» акцияһын уҙғара.

2017 йылдың 1 октябренән 30 ноябренә тиклем Рәсәй почтаһы ваҡытлы баҫмаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Почта менән бергә уҡыйбыҙ» акцияһын уҙғара.

Клиент почта элемтәһе бүлексәһендә 100 һумдан ашыу суммаға гәзит-журналдар һатып алһа, уға бүләккә кроссвордтар йыйынтығы бирелә, әгәр 500 һумдан ашыуыраҡ хаҡҡа алһа – Рәсәй Почтаһы бүлексәһенең приздар фондында булған китаптарҙың береһен һайлап ала ала. Акцияның маҡсаты булып ваҡлап сауҙа итеүгә булышлыҡ итеү генә түгел, ә иң алыҫтағы төбәктәрҙе лә индереп, бөтә ил буйынса кешеләрҙең сифатлы әҙәбиәтте уҡый алыу мөмкинлеген булдырыу ҙа тора. Почта бүлексәләренең күбеһе гәзит ҡушыҡтары һәм китап магазиндары булмаған ерҙәрҙә урынлашҡан.

“Рәсәй Почтаһы уҡыусыларҙың ваҡытлы матбуғат баҫмаларына иғтибарын арттырыу өсөн нәшриәт йорттары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Был акцияның клиенттарҙың баҫма продукцияға ҡыҙыҡһыныуын арттырасағына һәм уларҙың иғтибарын гәзит-журналдарға йүнәлтәсәгенә ышанам”,-тине Рәсәй Почтаһы генераль директорының почта бизнесы буйынса урынбаҫары Инесса Галактионова.

Рәсәй Почтаһы “Почта менән бергә уҡыйбыҙ” акцияһын 2016 йылда үткәрҙе. Уны Рәсәй Почтаһы клиенттары ла, нәшриәттәр ҙә хупланы.

Рәсәй Почтаһы – федераль почта операторы, РФ-ның стратегик предприятиелары исемлегенә индерелгән. Уға бөтә ил буйынса 42 мең бүлексә инә, уларҙа 350 мең тирәһе почта хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Йыл һайын Рәсәй Почтаһы 2,5 млрд хаттар һәм счёттар ҡабул итә (уларҙың 1 млрд – дәүләт органдарынан) һәм 297 млн посылкаларҙы эшкәртә. Рәсәй Почтаһы 20 млн. яҙылыусыларҙы хеҙмәтләндерә, уларға йылына 1 млрд дана баҫма таратыла.

“Рәсәй Почтаһы” предприятиеһы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: