+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Октябрь 2017, 14:07

Проекттарҙы бойомға ашырыу барышы

Фёдоровка районы муниципаль район территорияһында 14 ауыл биләмәһе бар. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында 2017 йылда райондың 13 ауыл биләмәһе ҡатнашты. Конкурслы һайлап алыу йомғаҡтары буйынса дөйөм 8582220 һумлыҡ 8 проект еңеп сыҡты, шул иҫәптән бюджеттан субсидия 5696190 һум тәшкил итте. Халыҡтың проекттарҙы бойомға ашырыуға аҡсалата индергән өлөшө- 901030 һум, ә бағымсыларҙыҡы 1070000 һум булды.

Фёдоровка районы муниципаль район территорияһында 14 ауыл биләмәһе бар. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында 2017 йылда райондың 13 ауыл биләмәһе ҡатнашты. Конкурслы һайлап алыу йомғаҡтары буйынса дөйөм 8582220 һумлыҡ 8 проект еңеп сыҡты, шул иҫәптән бюджеттан субсидия 5696190 һум тәшкил итте. Халыҡтың проекттарҙы бойомға ашырыуға аҡсалата индергән өлөшө- 901030 һум, ә бағымсыларҙыҡы 1070000 һум булды.

Һөҙөмтәлә, урындағы башланғыстарға ярҙам программаһын бойомға ашырыу сиктәрендә ике урта белем биреү мәктәбен, балаларҙың уйын майҙансығын төҙөкләндереү, өс ауыл зыяраты ҡоймаларын капиталь ремонтлау эштәре бара, Гончаровкалағы юлдарҙы төҙөкләндереү һәм ҡарау өсөн шнекороторлы комплекслы МТЗ-82,1 тракторы һатып алынасаҡ.

-Проекттарҙы бойомға ашырыу нисек бара? Башҡарылған эштәр күләме ниндәй?- тигән һорау менән район хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы В.П. Фадеевҡа мөрәжәғәт иттек. Уның яуабып тәҡдим итәбеҙ.

-Бөгөнгә аукционда еңеүсе подряд ойошмалары объекттарҙы төҙөү һәм ремонтлау менән мәшғүл.

Юрматы мәктәбендә пластик тәҙрәләр ҡуйған “Антоплюс» йәмғиәте килешелгән эштәргә яуаплы булды һәм уларҙы тамамланы ла. Килешеүгә август аҙағында ғына ҡул ҡуйылһа ла, эштәр тулыһынса башҡарылған. Бында урындағы хакимиәттең әүҙемлеген билдәләп үтергә кәрәк. Эштәрҙе башҡарыусы ла намыҫлы булды.

Покровка ауыл биләмәһенең Ҡоро Иҙәк ауылында проект буйынса ауыл мәҙәниәт йорто бинаһында проект буйынса капиталь ремонт планлаштырылған һәм бойомға ашырыла. Бында тәҙрәләр пластикҡа алмаштырылды, тимер ишек ҡуйылды. Стеналарҙы штукатурлау эше тулы көскә бара. Артабанғы этап- иҙәндәрен алмаштырыу. Тапшырыу ваҡыты- ноябрь.

Тәнәй, Бала Сытырман ауыл биләмәләренән килгән хәбәрҙәр ҙә ҡыуаныслы. Яңы Яуыш, Тәнәй ауылдары халҡы төҙөүселәргә бик рәхмәтле. Был ауыл советтарында “Монтажсервис” йәмғиәте ауыл зыяраттары ҡоймаларын кәртәләне. Эштәр тамамланды инде.

Динес ауылында мәктәп түбәһен алмаштырыу планға индерелгән. Конкурс шарттары буйынса эштәрҙең бер өлөшөн заказсылар, был осраҡта мәктәп, үҙ өҫтөнә ала. Уҡыусыларҙың атай-әсәләре түбәне һүтә (шифер, рубероид алына) һәм сүпте сығара. М.В. Фрунзе ис. кооператив техника менән булышлыҡ итә. Планлаштырылған эштәр күләменең 90 проценты эшләнгән.

Гончаровка ауыл советы ауыл биләмһе һәм “Поставка” йәмғиәте 4 октябрҙә МТЗ-82,1 тракторын ҡайтартыу буйынса килешеү төҙөнө. Башҡарыусы заказды 20 көн эсендә үтәргә вәғәҙә итте.

Килешеүҙә ҡаралған графиктан ике ауыл биләмәһе артта ҡала. Үрге Яуыш һәм Михайловка ауыл советтары халҡы ла үҙҙәре тауыш биргән башланғыстарының һөҙөмтәһен күрер, тип ышанғы килә.

-Мәғлүмәтегеҙ өсөн рәхмәт, Виктор Петрович.

Атап үтелгән ауыл биләмәләре миҫалында районыбыҙ халҡы ла ауылдарының, райондың сәскә атыуына тос өлөш индерер, тип ышанабыҙ. Теләк кенә булһын.

Г. ХӘЛИТОВ әҙерләне.
Читайте нас: