БР Башлығының “Башҡортостан Республикаһында 2018 йылды байрам итеү тураһында” Указына ярашлы һәм Яңы йыл байрам сараларын ойошҡанлы үткәреү маҡсатында, муниципаль район хакимиәте башлығы тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Яңы йыл сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса район ойоштороу комитетының составы раҫланды. Уға мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре етәкселәре, йәштәр эштәре, спорт һәм туризм буйынса комитет менән берлектә райондың белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениеларында Яңы йыл сараларын юғары кимәлдә әҙерләп үткәреү, янғын саралары менән, яңы йыл сараларында ҡатнашыусыларҙың ғүмерен һаҡлау һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йөкләтелде.
2017 йылдың 22 декабрендә йәтим, ғаиләгә тәрбиәгә алынған һәм патронат, күп балалы һәм аҙ килемле ғаиләләрҙә, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм Эске эштәр министрлығы бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре ғаиләләрендә тәрбиәләнгән балалар өсөн район мәҙәниәт йортонда муниципаль район хакимиәтенең Шыршы байрамы үткәреләсәк.
Йәмәғәтселек тәртибен һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү, медицина персоналының дежур тороуын, шулай уҡ балаларҙы ташығанда хәүефһеҙлекте ойоштороу зарур.
Яңы йыл сараларын “Ашҡаҙар таңдары” район гәзите биттәрендә тулыһынса яҡтыртыу фарыз.
Ҡарарҙа байрам тантаналарын әҙерләү һәм үткәреү саралары раҫланған.
Ауыл биләмәләре хакимиәттәренә, профсоюз һәм башҡа йәмәғәт ойошмаларына мәҙәниәт учреждениеларында, ауылдарҙың майҙансыҡтарында карнавалдар, театрлаштырылған тамашаларҙы, сараларҙы әҙерләп үткәреүҙе тәьмин итергә.