+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
15 Декабрь 2017, 16:53

Мәсьәләләр ҡаралды

БР Федоровка районы муниципаль районының дүртенсе саҡырылыш Советының ун бишенсе ултырышы уҙҙы.

БР Федоровка районы муниципаль районының дүртенсе саҡырылыш Советының ун бишенсе ултырышы уҙҙы.
Муниципаль райондың 2018 йылға һәм 2019-2020 йылдарға планлы осорона бюджеты тураһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы В. П. Фадеев сығыш яһаны. 2018 йылға һәм 2020 йылғаса планлы осорға Башҡортостан Республикаһы Федоровка районы муниципаль районының социаль-иҡтисади үҫешенә прогнозы тураһында район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы Н. В. Пилюкова һөйләне. Теманы район Советы депутаттары А. В. Әбделмәнов, И. Ш. Баҡыев, А. П. Фадеев, Юрматы ауыл биләмәһе башлығы Р. Т. Вәлитов дауам итте.
Шулай уҡ муниципаль район Советының ревизия комиссияһы составына үҙгәрештәр индереү; Башҡортостан Республикаһы Федоровка районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс үткәреү тәртибе тураһындағы ҡарарға үҙгәрештәр индереү; Башҡортостан Республикаһы Федоровка районы муниципаль районының урындағы үҙидара органдары һәм Федоровка районы ауыл биләмәләре араһында муниципаль районға ауыл биләмәләре вәкәләттәренең бер өлөшөн бойомға ашырыуҙы тапшырыу тураһындағы Килешеүҙе раҫлау; Федоровка районы муниципаль районының урындағы үҙидара органдары һәм Федоровка районы ауыл советтары ауыл биләмәләре араһында муниципаль райондың 2014 йылдың 11 декабренән вәкәләттәрен ауыл биләмәләренә өлөшләтә тапшырыу Килешеүенә өҫтәмә килешеүҙе раҫлау; средстволар йүнәлтеү; “Башҡортостан Республикаһы Федоровка районы муниципаль районының Покровка ауыл советы ауыл биләмәһенең генераль планына үҙгәрештәр индереү” проектын раҫлау мәсьәләләре ҡаралды.
Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс үткәреү тәртибе тураһындағы ҡарарға мунициаль район Советының 2017 йылдың 8 декабрендәге 15/219-сы ҡарары менән үҙгәрештәр индерелде.
Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районы муниципаль район Советы ҡарар итте:
1.БР Фёдоровка районы муниципаль район Советының 2016 йылдың 9 сентябрендәге 38/541-се ҡарары менән раҫланған БР Фёдоровка рйоны муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс үткәреү тәртибе тураһындағы ҡарарға түбәндәге үҙгәрештәр индерергә:
а) 4.1 пункты түбәндәге абзац һөйләм менән тулыландырыла:
“Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең Башҡортостан Республикаһы урындағы үҙидара органдары кадрҙар хеҙмәте менән үҙ- ара йоғонто тәртибенең 3-сө пункты менән ҡаралған килем, сығым, милек һәм милек төрөндәге бурыстар тураһындағы белешмәне муниципаль вазифаға дәғүә иткән граждандар һәм милек төрөндәге бурыстар тураһындағы” (“Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына 1-се өҫтәмә) Положениеһын һәм урындағы хакимиәт башлығы вазифаһын килешеү нигеҙендә үтәргә теләүсе граждандар тарафынан килем, сығым, милек һәм милек төрөндәге бурыстар тураһындағы Поожениеһын бойомға ашырыу маҡсатында алыу Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2017 йылдың 1 авгусындағы УГ-117-се Указы менән раҫланған расписканың оригиналы”.
2. Ҡарар “Ашҡаҙар таңдары” район гәзитендә баҫтырылғандан һуң үҙ көсөнә инә.
Читайте нас: